Өфөлә Иран мәҙәниәте көндәре уҙғарыла

Өфөлә Иран мәҙәниәте көндәре уҙғарыла

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ирандың Мәҙәниәт һәм ислам бәйләнештәре буйынса ойошмаһы етәксеһе Абузар Эбрахим Торкаман менән осрашты. Башҡортостан Республикаһының һәм Иран Ислам Республикаһының мәҙәниәт, мәғариф, фән өлкәһендә эшмәкәрлек мәсьәләләре өйрәнелде. Кисә, 5 сентябрҙә,  Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Ислам республикаһы сәнғәт оҫталарының концерты үтте.

— Беҙ Иран менән күп яҡлы хеҙмәттәшлек үҫешенә ҙур әһәмиәт бирәбеҙ. Хеҙмәттәшлектә мәҙәниәт өлкәһе айырым урын биләй, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.

Былтыр республика беренсе Рәсәй-Иран социаль-мәҙәни форумын ҡабул итте, быйыл Башҡортостанға һәм Мәскәүгә Рәсәйҙә Иран мәҙәниәте аҙналығын ҡабул итеү хөрмәте тейҙе, тип хәтергә төшөрҙө Рөстәм Хәмитов. Төбәк етәксеһе республикабыҙҙа Рәсәй-Иран форумдарын үткәреү яҡшы йолаға әүерелер тигән ышыныс белдерҙе, шулай уҡ Иранды Башҡортостанда уҙасаҡ халыҡ-ара форумдарында һәм 2020 йылда Бөтә донъя Фольклориадаһында ҡатнашырға саҡырҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb