Өфөлә Илдар Абдразаҡовтың хәйриә концерты үтте

Өфөлә Илдар Абдразаҡовтың хәйриә концерты үтте

25 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында I Халыҡ-ара музыка фестивале сиктәрендә Илдар Абдразаҡовтың хәйриә концерты уҙҙы.

Сарала  абруйлы ҡунаҡтар менән бер рәттән, сәйәси-йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Өфөнөң мәҙәни йәмәғәтселеге, Илдар Абдразаҡовтың дуҫтары һәм яҡындары һәм опера сәнғәтен үҙ итеүселәр йыйылғайны.  

Концертты ойоштороусы- «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды. Һатылған билеттар фонд программаларын ғәмәлгә ашырыуға тапшырыласаҡ, ти ойоштороусылар.

I Халыҡ-ара музыка фестивале сиктәрендә уҙғарылған концертта Илдар Абдразаҡов, Мариин театры солисы Сергей Скороходов һәм Башҡорт опера һәм балет театры солистары Диляра Иҙрисова, Лариса Әхмәтова, Иҙел Аралбаев һәм Владимир Копытов сығыш яһаны.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb