Өфөлә ХХХ Халыҡ-ара Аксаков байрамы үтте

Өфөлә ХХХ Халыҡ-ара Аксаков байрамы үтте

Бөгөн Өфө ҡалаһында беренсе Өфө губернаторы Григорий Сергеевич Аксаковтың тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған ХХХ Халыҡ-ара Аксаков байрамы үтте.

Иртәнсәк Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры янындағы Пушкин аллеяһында урынлашҡан Сергей Тимофеевич Аксаков һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы үтте. Аксаковтың мемориаль йорт-музейында “Григорий Аксаков – өс Рәсәй губерниялары губернаторы” исемле төбәк-ара күргәҙмә асылды. Ошонда уҡ “Аксаков һунар тураһында. Әүәҫ һунарсының хәтирәләре һәм күҙәтеүҙәре” исемле китаптың исем туйы булды.

Шулай уҡ музейҙа Рәсәй рәссамдарының эштәренән торған “Рәсәйҙә Аксаков урындары” һәм шағир Федор Тютчевтың ҡыҙы һәм Сергей Тимофеевичтың улы Ивандың ҡатынына бағышланған “Анна Тютчева-Аксакованың “һуғышы һәм тыныслығы” исемле күргәҙмәләр эшләй.  

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb