Өфөлә халыҡ-ара «Музейҙар төнө» акцияһы үтте

Өфөлә халыҡ-ара «Музейҙар төнө» акцияһы үтте

19 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Музейҙар төнө» халыҡ-ара акцияһына ҡушылған бер төркөм республика музейҙарында булды.

М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында Башҡортостан Башлығы «Замандаштар» күргәҙмәһен ҡараны. Ул Рәсәй художество академияһы академигы, Рәсәй фәндәр академияһы ағза-корреспонденты Александр Толстиковтың былтыр Михаил Васильевич Нестеровтың тыуыуына 155 йыл тулыу уңайынан тапшырған картиналарҙан тора. Экспозицияға билдәле ғалимдарҙың, рәссамдарҙың һәм сәнғәт белгестәренең 13 һынлы сәнғәт портреты ингән.

Республика етәксеһе шулай уҡ XVIII быуат аҙағындағы – XX быуат башындағы «Заман йөҙҙәре» рус сәнғәте экспозицияһы менән танышты.

«Мираҫ» арт-галереяһында Рөстәм Хәмитов шәхси коллекцияларҙан сәнғәт әҫәрҙәре күргәҙмәһен ҡараны. Экспозицияла күренекле башҡорт рәссамдарының һынлы сәнғәте, графикаһы, скульптураһы тәҡдим ителгән. Улар иҫәбендә – Александр Бурзянцев, Борис Домашников, Айрат Тереғолов, Сергей Краснов, Рәсих Әхмәтвәлиев, Вәсил Ханнанов, Рәйес Ғәйетов эштәре. Коллекция 25 йыл дауамында йыйылған. Ҡайһы бер һүрәттәр менән республика етәксеһен рәссамдар үҙҙәре таныштырҙы. Башҡортостан Башлығы уларҙың ижади пландары менән ҡыҙыҡһынды, ижади уңыштар теләне.

Өфө художество галереяһында Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан» милли паркы тарафынан ойошторолған күргәҙмәне ҡараны. Унда илдең һәм республиканың айырым һаҡланған биләмәләрендә, шул иҫәптән «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында төшөрөлгөн фотолар тәҡдим ителгән. Күргәҙмә сиктәрендә төрлө оҫталыҡ дәрестәре һәм уҡытыу семинарҙары үтә.

Ошонда уҡ республика Башлығы Уральск ҡалаһынан ҡаҙаҡ рәссамдарының әҫәрҙәре менән танышты. Уға 11 авторҙың һынлы сәнғәте һәм графикаһы инә. Улар араһында – Башҡортостандан Һатыбалды Күлбәков.

Төбәк Башлығы музей етәкселеге менән аралашты, артабанғы пландар менән ҡыҙыҡһынды, күргәҙмәләрҙе, кешеләрҙе йәлеп итеү мөмкинлектәре, ойоштороу мәсьәләләре буйынса фекер алышты.

Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb