Өфөлә Гөлсирә Ғиззәтуллинаның "Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ" китабының исем туйы уҙҙы

Өфөлә Гөлсирә Ғиззәтуллинаның "Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ" китабының исем туйы уҙҙы

13 апрелдә Өфөләге "Китап" магазинында танылған яҙыусы, журналист, тəржемəсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара конкурстың республика этабының еңеүсеһе һәм бәйгенең халыҡ-ара тулы дипломанты, Фазыл Искәндәр исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты Гөлсирә Ғиззәтуллина менән ижади осрашыу булды.

Гөлсирә Мирза ҡыҙы "Яратам тип әйтеп өлгөрмәнем” исемле хикәйәһе өсөн "Ағиҙел" журналының юбилейы уңайынан журнал биттәрендә баҫылған иң шәп проза әҫәре номинацияһында  Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург, совет һәм башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәрим исемендәге премияға лайыҡ булды. Был әҫәр шулай уҡ авторҙың "Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ" исемле китабына ингән.
 
Китаптың исем туйын асып, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева яҙыусыны хөрмәт иткән һәм уның ижадын айырыуса яҡын күргән китап уҡыусыларҙы сәләмләне.
 
Гөлсирә Мирза ҡыҙы менән йәнле әңгәмә барышында әҙәбиәт һөйөүселәр авторҙың әҫәрҙәрендәге ваҡиғаларға, геройҙары тормошона ҡағылышлы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.
 
Гөлсирә Ғиззәтуллина менән иҫтәлеккә фотоға төшөп, автограф алыу мөмкинлеге булды.
Өфөлә Гөлсирә Ғиззәтуллинаның "Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ" китабының исем туйы уҙҙы
Өфөлә Гөлсирә Ғиззәтуллинаның "Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ" китабының исем туйы уҙҙы
Өфөлә Гөлсирә Ғиззәтуллинаның "Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ" китабының исем туйы уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb