Өфөлә "Гүргә инер сер ине" инклюзив спектакленең премьераһы була

Өфөлә "Гүргә инер сер ине" инклюзив спектакленең премьераһы була

24 апрелдә Өфөлә танылған драматург Рәлиф Кинйәбаевтың пьесаһы буйынса «Гүргә инер сер ине...» спектакленең премьераһы уҙа. Тамашаны Башҡортостандың атҡаҙанған коллективы – «Күңел күҙе» халыҡ инклюзив театры һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы «Табын» халыҡ ижады коллективы ҡуя.

- Был спектакль хәҙерге тормош, кеше мөнәсәбәттәре, хис-тойғолар, тәрбиә, туғандарҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре тураһында. Спектакль тамашасыларҙы донъяға яңы күҙлектән бағырға мәжбүр итер, - ти Башҡортостандың халыҡ артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Илнур Лоҡманов.

Сюжет буйынса, йәш ғаилә баланы уллыҡҡа алырға хәл итә, ир менән ҡатын серҙе бер кемгә лә асмау тураһында һөйләшә. Йылдар үтә. Ирҙең һөйгәне барлыҡҡа килгән. Ғаилә хәлен аңламайынса, Дилбәр хаталана, шуның менән яҡындарының тормошон боҙа.

«Күңел күҙе» инклюзив театры 1960 йылда ойошторолған. Йыл һайын театр коллективы тамашасылар хөкөмөнә яңы спектакль тәҡдим итә. Репертуар башҡорт һәм татар драматургтарының әҫәрҙәренән тора. «Күңел күҙе» халыҡ театрының бөтә спектаклдәре лә киң йәмәғәтселеккә һуҡыр актерҙарҙың күп төрлө һәләттәрен, сикһеҙ ижади мөмкинлектәрен күрһәтә.

Сара киске сәғәт 6-ла башлана.

Адресы: Һөнәрселәр урамы, 17, Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йорто.

Билеттарҙы Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында алырға мөмкин: https://rcntrb.com/ru/anons/meropriyatiya-po-pushkinskoj-karte/7966-premera-spektaklya-rokovaya-tajna.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb