Өфөлә «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» үҙешмәкәр художестволы ижад халыҡ коллективтары фестиваленең Гала-концерты үтә

Өфөлә  «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» үҙешмәкәр художестволы ижад халыҡ коллективтары фестиваленең Гала-концерты үтә

Ағымдағы йылдың 30 ноябрендә Өфөлә иң сағыу ваҡиғаларҙың береһе –VI Республика үҙешмәкәр художестволы ижад халыҡ коллективтарының «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» фестиваленең Гала-концерты уҙа.

Сара 2020 йылда уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыуға әҙерлек маҡсатында үткәрелә.

Фестиваль үҙешмәкәр халыҡ ижады ҡаҙаныштарын пропагандалау, халыҡ коллективтарының художество кимәлен күтәреү, халыҡ ижадының барлыҡ жанрҙарын үҫтереү маҡсатында уҙа.

Ижади марафон иң яҡшы хор һәм вокаль, фольклор коллективтар, бейеү ансамблдәре, сәсән мәктәбе, оркестр, инструменталь ансамблдәр, цирк коллективы, төрлө халыҡтарҙың көнкүрешен сағылдырыусы милли колоритлы

сығыштарҙы үҙ эсенә ала. Был сағыу фестиваль ағымдағы йылдың ғинуар айында башланғайны.

Йыл дауамында маҡтаулы «халыҡ» һәм «өлгөлө» исемгә эйә коллективтар сығыш яһаны.

Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре тарафынан 6 000-дән  ашыу ижади номер ҡаралған, барлығы сарала 20 000 кеше, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә, һәүәҫкәрҙәр берекмәләрҙә, мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары,  ижади союздар, муниципаль берәмектәрҙең вәкәләтле башҡарма власть органдары һәм Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларында белем биреүсе 1 000 коллектив ҡатнашҡан.

Беренсе этап йомғаҡтары буйынса Гала-концертта Башҡортостан республикаһы муниципаль райондарының һәм ҡала округтарының иң яҡшы ижади коллективтары ҡатнашасаҡ.

Сара  Конгресс-холда уҙғарыла: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 2.

19.00 сәғәттә башлана.

Фестиваль сиктәрендә 18.00 сәғәттә күргәҙмә ойошторола, оҫталарҙың биҙәү-ҡулланма сәнғәт өлгөләре тәҡдим ителәсәк.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb