Өфөлә декоратив-ҡулланма сәнғәт буйынса ижади эштәр күргәҙмәһе асылды

Өфөлә декоратив-ҡулланма сәнғәт буйынса ижади эштәр күргәҙмәһе асылды

Башҡортостандың Милли музейында декоратив-ҡулланма сәнғәт буйынса ижади эштәр күргәҙмәһе асылды. Экспозицияла үҙ эштәрен төрлө район-ҡалаларынан 47 автор тәҡдим итте.

Күргәҙмәлә алмаз мозаикаһы, атлас таҫмалар, күндән яһалған картиналар менән танышырға була. Сигеү, бәйләүҙе үҙ итеүселәр ҙә халыҡты хайран ҡалдырырлыҡ экспонаттар алып килгән. Сара «Уңайлы мөхит» дәүләт программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, сарала ҡатнашыу буйынса йәш арауығында ла сикләүҙәр булмай. Әйткәндәй, күргәҙмәне асыу тантанаһында кейеҙ баҫыу, ағасты семәрләп биҙәү, селтәр бәйләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb