Өфөлә дары менән төшөрөлгән һүрәттәр күргәҙмәһе асыла

Өфөлә дары менән төшөрөлгән һүрәттәр күргәҙмәһе асыла

Республика Хәрби Дан музейында Шотландия рәссамы Дина Маккинс Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 75 йыллығына арналған “Балаларҙың үртәлгән йөрәктәре” исемле күргәҙмә тәҡдим итә. Үҙенсәлекле ижад итеүсе оҫта һүрәттәрен ҡағыҙҙа дары яндырып төшөрә. Уның эштәре Бөйөк Британия, Шотландия, Америка Ҡушма Штаттарында, Ҡытайҙа күрһәтелгән. Өфөләге күргәҙмә махсус беҙҙең республика өсөн эшләнгән. Уны рәссам баш ҡаланың 51-се балалар баҡсаһы һәм 39-сы гимназия уҡыусылары менән бергә ижад итә. Күргәҙмә 18 февралдә эшләй башлай.

"Юлдаш" радиоһы сайтынан

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb