Өфөлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр йыйыны үтә

Өфөлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр йыйыны үтә

Башҡалала октябрь айында Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале үтә. Фестивалгә һайлап алыу туры 1 сентябрҙән 15 октябргә тиклем ойошторола. Был сара «Бөтә донъя Фольклориадаһы»на әҙерлек булып тора.

Фестивалдә ҡатнашыу өсөн үҙең ижад иткән йә иһә эпик әҫәрҙе тасуири итеп башҡарылған видеояҙма яҙҙыртыр кәрәк. Видеоматериалдар конкурстың рәсми сайтында баҫыласаҡ. Бер видеояҙмала ике әҫәрҙе башҡарыу ун биш минуттан да артыҡ булырға тейеш түгел. Мотлаҡ милли костюмда сығыш яһар кәрәк.

Сарала һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Фестиваль 25 һәм 26 октябрҙә үтә. Тулыраҡ мәғлүмәт фестивалдең рәсми төркөмөндә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb