Өфөлә бөгөн «Мин яратам һине, тормош!» республика фестивале еңеүселәре сығыш яһай

Өфөлә бөгөн «Мин яратам һине, тормош!» республика фестивале еңеүселәре сығыш яһай

Өфөлә бөгөн оло йәштәгеләрҙең «Мин яратам һине, тормош!» республика фестивале еңеүселәре сығыш яһай. Фестиваль Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы башланғысы менән йыл һайын ойошторола.

Ул оло быуындың йәмәғәт һәм мәҙәни әүҙемлеген һаҡлау, өлкәндәр проблемаһына халыҡтың иғтибарын йәлеп итеү, талантлы башҡарыусыларҙы асыҡлау маҡсатын ҡуя. Гала-концертта ҡала һәм район һайлап алыу турҙарында еңеүселәр ҡатнаша.

Оло йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнгән ижади бәйге быйыл етенсе тапҡыр үткәрелә, уны Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора. “Мин яратам һине, тормош!” республика фестивале өлкән быуындың ижади эшмәкәрлегенә йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү, уларҙың һәләтен үҫтерергә ярҙам итеү, интеллектуаль һәм ижади потенциалын мәҙәниәттә ҡулланыу һәм, әлбиттә, талантлыларҙы асыҡлау маҡсатында үткәрелә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb