Өфөлә «Боронғо Урал легендалары» симфоник сагаһының премьераһы үтте

Өфөлә «Боронғо Урал легендалары» симфоник сагаһының премьераһы үтте

Башҡортостан Милли симфоник оркестрының I йәйге фестивале республика Милли симфоник оркестрының баш дирижеры Дмитрий Крюков ойошторған «Боронғо Урал легендалары» симфоник сагаһының премьераһы менән билдәләнде.

 I Йәйге фестивалдең өсөнсө кисе репертуары тулыһынса халыҡ көйҙәренән сыҡҡан популяр классик әҫәрҙәргә арналды: Морис Равельдың «Болеро», Александр Бородиндың «Половецские пляски», Артуро Маркестың «Дансон N 2», Хөсәйен Әхмәтов - Дмитрий Крюковтың «Урал Батыр» һәм Дмитрий Крюковтың «Боронғо Урал легендалары» симфоник сатира премьераһы..

- Биш башҡорт көйөн синтезлау һәм уларҙы симфоник музыка аша сағылдырыу идеяһы менән илһамландым, һәм егерме минутлыҡ каприччио формаһында ошо әҫәрҙе ижад итеүгә тотондом. Мин уны “Боронғо Урал легендаһы” тип атаным һәм был бары тик мин йыйған ҙур материалдың бер өлөшө генә, - тине Башҡортостан Милли симфоник оркестрының баш дирижеры Дмитрий Крюков.

Ул үткән быуаттағы башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәренә иғтибарҙы арттырыу хәҙерге йәмғиәттең мәҙәниәтен күтәреүгә булышлыҡ итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb