Өфөлә билдәле башҡорт яҙыусыһы Гөлсирә Ғиззәтуллина менән осрашыу уҙасаҡ

Өфөлә билдәле башҡорт яҙыусыһы Гөлсирә Ғиззәтуллина менән осрашыу уҙасаҡ

13 апрелдә "Китап" магазинында күптәрҙең яратҡан яҙыусыһы Гөлсирә Ғиззәтуллина менән осрашыу уҙасаҡ.

Гөлсирә Ғиззәтуллина  – тормошто яҡшы белгән, кешеләрҙең күңел кисерештәрен яҡшы тойған ижадсы. Уның әҫәрҙәрен тормош күренештәрен һүрәтләп кенә ҡалмай, уҡыусыны төптән уйланырға мәжбүр итә.

- Иң уҡымлы баҫмаларыбыҙҙың береһе - "Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ" китабының авторы менән яҡындан аралашыу һәм, әлбиттә, автограф алыу мөмкинлеге буласаҡ,- тип хәбәр итә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең матбуғат хеҙмәте.

Осрашыу көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.

Урыны: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb