Өфөлә башҡорттарҙың туҡылған шәле күргәҙмәһе үтәсәк

Өфөлә башҡорттарҙың туҡылған шәле күргәҙмәһе үтәсәк

2 декабрҙә М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында «Башҡорт туҡылған шәле эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре» проекты эштәре күргәҙмәһе асыла.

Проект мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә дөйөм милли әһәмиәттәге ижади проекттарға ярҙам итеү өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына тормошҡа ашырыла. Сара күренекле башҡорт һәм Рәсәй рәссамы, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы, Рәсәй художество академияһы академигы, БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхмәт Фәтҡулла улы Лотфуллиндың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған күргәҙмә сиктәрендә үтә (1928-2007).

Күргәҙмәлә оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыусылар менән әҙерләнгән шәлдәр коллекцияһы тәҡдим ителәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙән ноябргә тиклем Өфөлә башҡорт туҡылған шәлен эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды. Өс ай эсендә тәжрибәле оҫтабикәләр етәкселегендә теләүселәр башҡорт туҡылған шәлдәрен әҙерләү оҫталығына өйрәнде. Оҫталыҡ дәрестәрендә Өфө ҡалаһынан, Әбйәлил, Иглин, ҡырмыҫҡалы, Туймазы, Шишмә, Өфө райондарынан, Силәбе өлкәһенән, Санкт-Петербургтан вәкилдәр ҡатнашты. Улар араһында балалар, дизайн һәм технология колледжы студенттары, өлкәндәр бар.

Күргәҙмә 2 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә асыла. Үткәреү урыны: Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 27.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb