28 мартта Башҡортостан Республикаһының Милли музейында мәҙәниәтебеҙҙе белеү кимәлен тикшереп ҡарарға мөмкин. Уйында 7-10 кешенән торған командалар ҡатнаша ала.
Ойоштороусылар күңелле уйын һәм шәп тьәҫораттар вәғәҙә итә. Уйынды билдәле алып барыусы Венер Фәйзуллин алып бара.
Теркәлеү өсөн һылтанма: https://forms.gle/c4nmpmZknKq9A3TA9
Сараны ойоштороусылар булып Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостандың йәш яҡташтар ассоциацияһы һәм республиканың "Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте" сығыш яһаны.
Квиз-уйын Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Сара киске 7-лә башлана.