Өфөлә «Башҡортостандың йәш рәссамдары» республика күргәҙмәһе асылды

Өфөлә «Башҡортостандың йәш рәссамдары» республика күргәҙмәһе асылды

Өфө художество галереяһында «Башҡортостандың йәш рәссамдары» республика һынлы сәнғәт әҫәрҙәре күргәҙмәһе асылды. Унда 95 авторҙың 181 эше тәҡдим ителгән. Күләмле экспозицияны Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡараны.

Күргәҙмә графика, биҙәү-ҡулланма, театр-биҙәү сәнғәте, плакат сәнғәте, скульптура, ағас һырлау һәм башҡа һынлы сәнғәт төрҙәрен берләштерә.

Башҡортостандың рәссамдар союзы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Хәтип Фазылов билдәләүенсә, быйыл йәш рәссамдарҙың йолаға әүерелгән күргәҙмәһе халыҡ-ара төҫ алды, сөнки бында Колумбия һәм Ҡырғыҙстан авторҙары ла ҡатнаша.

- Бындай күргәҙмәләр һәр ваҡыт өс йылға бер тапҡыр ойошторолдо, хәҙер йыл һайын үткәрергә тырышасаҡбыҙ. Талантлы йәштәр бик күп. Бер нисә ҡатнашыусы – Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы стипендиаты, ике ҡатнашыусы – Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте стипендияһы лауреаты. Ҡайһы бер йәш рәссамдарҙың үҙ ижади оҫтаханалары бар. Мин үҙем 20 йыл дауамында оҫтахана бирелеүен көттөм. Өс ҡатнашыусы - Рәсәй рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан рәссамдар союзы йәш таланттарға ярҙам итеүен дауам итәсәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Хәтип Фазылов.

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова йәш рәссамдарҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров исеменән сәләмләне һәм экспозиция асылыуы менән ҡотланы.

– Күргәҙмә менән танышҡас, Башҡортостандың йәш рәссамының портреты барлыҡҡа килде. Ул – бөгөн кеше тураһында уйлаған кеше: ул үҙ еренең тарихын ижад иткән, тыуған тәбиғәттең һәр мөйөшөн һаҡлаған, оло быуынға, бай мәҙәни мираҫҡа хөрмәт менән ҡараған ябай кешеһе. Бында милли, героик мотивтар һәм эксперименттар күрһәтелә. Мин бөгөн йәштәребеҙ өсөн ихлас шатландым. Улар һәләтле, фекерләүсе һәм, иң мөһиме, донъяға яҡтылыҡ алып барыусы. Бөгөн төрлө сығанаҡтарҙан беҙгә бик күп кире мәғлүмәт килә, донъяны ҡара төҫтәрҙә күрергә теләгән кешеләр бик күп. Ә был күргәҙмә яҡтылыҡ, изгелек, ихтирам, шатлыҡ, бәхет миссияһын алып бара. Башҡортостанда художестволы сәнғәт киләсәге өсөн тыныс була алабыҙ, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Әминә Шафиҡова.

Өфөлә «Башҡортостандың йәш рәссамдары» республика күргәҙмәһе асылды
Өфөлә «Башҡортостандың йәш рәссамдары» республика күргәҙмәһе асылды
Өфөлә «Башҡортостандың йәш рәссамдары» республика күргәҙмәһе асылды
Өфөлә «Башҡортостандың йәш рәссамдары» республика күргәҙмәһе асылды
Өфөлә «Башҡортостандың йәш рәссамдары» республика күргәҙмәһе асылды
Өфөлә «Башҡортостандың йәш рәссамдары» республика күргәҙмәһе асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb