Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған ҙур сара үтте

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған ҙур сара үтте
 28 февралдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе үтте. Әнғәм Атнабаевтың яҡташтары – Тәтешлеләр – тамашасыларҙы беренсе ҡаттың фойеһында икмәк-тоҙ, яҡты йөҙ менән, йырлап ҡаршы алдылар, театрҙың икенсе ҡатындағы фойела күргәҙмә эшләне.
 
Әҙәбиәт һәм театр һөйөүселәрҙе берләштергән, Тәтешле районының ижади көсө менән әҙерләнгән “Атнабай ырыуының тарихы” исемле пролог менән асылған кисә, Атнабайҙың шиғырҙары, уның хаҡында иҫтәлектәр һәм шағир һүҙҙәренә яҙылған йырҙар аша Шағир донъяһын байҡау менән дауам итте.
 
Хәтер кисәһендә абруйлы ҡунаҡтар ҙа сығыш яһаны.
 
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов: “Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһенең М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт акаедмия драма театрында үтеүе осраҡлы түгел, драматургтың 11 әҫәре Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылды. Киләсәктә ла Атнабай пьесалары театр репертуарҙарында барасаҡ, сөнки уның шиғырҙары, һәр әҫәре – йәшәү һәм мөхәббәт тураһында” – тине һәм халыҡ шағирының яҡташтарына рәхмәт белдерҙе.
 
Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе, яҙыусы, журналист, Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айгиз Баймөхәмәтов, журналист, шағирә, Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллина, Әнғәм Атнабаев менән бик күп йылдар бергә эшләгән хеҙмәттәше, күп юлдарҙы бергә үткән дуҫы, “Һәнәк” журналының 1980-2010 йылдарҙағы баш мөхәррире, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов һәм башҡалар кисәлә үҙенең иҫтәлектәре менән бүлеште, Әнғәм ағайға бәйле хәтирәләрен яңыртты, уға арнап шиғырҙар уҡыны.
 
М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры - Атнабаевтар ғаиләһе өсөн икенсе тыуған йорт кеүек тә булды. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Зинира Атнабаева ғүмерен ошо театрға арнаны, ошо сәхнәлә ижади бейеклектәр яуланы, тамашасылар алҡышында йәшәне. Театрҙағы бөтә цехтарҙа тиерлек Атнабайҙар эшләне: реквизит, грим, ҡораусылар, тауыш режиссеры – барыһы ла булды улар ғаиләһендә, ә иң мөһиме - улар театр йәнле, театр рухлы булды”,- тип иҫкә ала М. Ғафури исемендәге Башҡорт дүләт драма театрының оло быуын артистары.
 
Әнғәм Атнабаевтың ижадында - уның күңел торошо, заманы хаҡында уйланыуҙар. Уның ҡәләме – үткер, теле -халыҡсан ине, күңелендәген юмор аша ярып һалырға ла оҫта, яҙыу манераһы менән дә, фекер ағышы менән дә, шиғыр интонацияһы ла, рифмалары ла – барыһы ла Атнабайса, уның шиғырҙарын башҡа шағирҙарҙыҡы менән бутап булмай икәненә тағы бер тапҡыр инанды кисәгә килгән тамашасылар.
 
Әнғәм Атнабаевтың хәтер кисәһен Башҡортостандың халыҡ артистары Сара Буранбаева һәм Илдар Ғүмәров алып барҙы, сценарий авторы – Динара Ҡәйүмова, режиссеры – Фирғәт Ғарипов. Кисәлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары башҡарыуында Ә.Атнабаев пьесаһы буйынса ҡуйылған “Балаҡайҙарым” һәм “Законлы никах менән!” спектаклдәренән өҙөктәр күрһәтелде, әҙиптең шиғырҙары һәм уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны, Өфө “Нур” татар дәүләт театры “Ул ҡайтты” спектакленән өҙөк күрһәтте.
 
Кисәлә тамаша залында хөрмәтле ҡунаҡтар – Ә.Атнабаев премияһы лауреаттары Айҙар Ғәлимов һәм Салауат Фәтхетдинов, данлы “Еҙ ҡыңғырау моңдары”на көй яҙыусы Васил Хәбисламов, Тәтешле районының арҙаҡлы шәхестәре булды.
 
Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шайхисламов Әнғәм Атнабаевтың 100 йыллыҡ юбилейына әҙерлек бөгөндән үк башланды һәм ул мотлаҡ ҙур байрам буласаҡ, халыҡ шағирының исемен мәңгеләштереү өсөн район бар көсөн һаласаҡ, тине һәм сараны ойоштороусыларға рәхмәтен белдерҙе.
 
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының матбуғат хеҙмәте. 
 
Фото: Руслан Юлтаев.
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған ҙур сара үтте
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған ҙур сара үтте
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған ҙур сара үтте
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған ҙур сара үтте
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған ҙур сара үтте
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған ҙур сара үтте
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған ҙур сара үтте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb