Өфөлә Башҡортостан һәм Татарстан композиторҙарының симфоник әҫәрҙәре яңғыраясаҡ

Өфөлә Башҡортостан һәм Татарстан композиторҙарының симфоник әҫәрҙәре яңғыраясаҡ

4 апрелдә Өфөлә Башҡортостандың Милли симфоник оркестры Башҡортостан һәм Татарстан композиторҙарының симфоник музыкаһынан торған берҙән-бер концерт тәҡдим итә.

Башҡортостан һәм Татарстан милли композиторҙар мәктәптәренең сағыу вәкилдәре ижадынан торған концерт Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының «Бөтә Рәсәй филармония миҙгелдәре» программаһы сиктәрендә уҙа.

Программаға Хөсәйен Әхмәтов, Рәшит Кәлимуллин, Рафаил Касимов, Илһам Байтирәк, Ильяс Камал һәм Лидия Ризуанова кеүек билдәле композиторҙарҙың әҫәрҙәре ингән. 

Дирижёры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Милли симфоник оркестрының баш дирижёры Дмитрий Крюков.

Билеттар nsorb.com сайтында алырға мөмкин.

"Пушкин картаһы" ғәмәлдә.

Концерт киске 7-лә башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb