Иртәгә-22 майҙа, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы (Гоголь урамы, 58) сәхнәһендә Бәләбәй районы «Башҡортостан тарихы биттәре» республика фестиваль-марафоны сиктәрендә үҙенең таныштырыу концерт программаһын тәҡдим итә.
Тамашасылар өсөн Бәләбәй ҡалаһының иң яҡшы ижади коллективтарының концерт программаһы, милли ашамлыҡтар һәм сувенирҙар, сәнәғәт предприятиеларының бренд продукциялары һатыу-күргәҙмәһе, художество галереялары фондынан Бәләбәй районы тарихына арналған эштәр экспозицияһы әҙерләнгән.
Инеү ирекле. Рәхим итегеҙ!