Өфөлә башҡорт халыҡ инструменттары буйынса өҫтәлмә уҡытыу ойошторола

Өфөлә башҡорт халыҡ инструменттары буйынса  өҫтәлмә уҡытыу ойошторола

Ағымдағы йылдың  20 -21 ноябрь көндәре Өфөлә мәҙәни белем биреү учрежденияларының уҡытыусылары өсөн башҡорт халыҡ инструменттары буйынса өҫтәлмә һөнәри программа үҙләштереләсәк.

Программала Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының, Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының һәм башҡа һөнәри, өҫтәлмә  белем биреү мәҙәни учреждениялары алдынғы уҡытыусыларының сығыш яһауы көтөлә.

Сығыш барышында белем биреү системаһында башҡор халыҡ инструменттарында уйнарға өйрәтеү, башҡарыусы музыкантттарҙа артист һәләтен үҫтереү, уҡытыу барышында электрон технологиялар ҡулланыу кеүек төрлө темалар күтәреләсәк. Шулай уҡ башҡорт халыҡ инструменнтары:баян, думбыра, ҡурай, ҡыл-ҡубыҙ буйынса асыҡ дәрес үткәреү ҡаралған.

Уҡытыу Өфө сәнғәт училищеһы базаһында ойошторола. (Пушкин урамы, 103А, транспорт туҡталышы «Сәнғәт училищеһы»). Регистрация  – 20 ноябрҙә  сәғәт 10.00 башлана.

Уҡырға теләүселәр 14 ноябргә тиклем  электрон почтаға ғариза ебәрә ала. Тулы мәғлүмәт Мәҙәниәт министрлығы ГБУКИ РУМЦ  «Квалификация күтәреү» бүлегенең сайтында.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb