Өфөлә балерина Гөлсинә Мәүлекәсованың бенефисы уҙа

Өфөлә балерина Гөлсинә Мәүлекәсованың бенефисы уҙа

25 мартта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Башҡортостандың халыҡ артисы, «Арабеск» асыҡ Рәсәй конкурсының «Рус балеты принцессаһы» призына лайыҡ булған Гөлсинә Мәүлекәсованың бенефисы була.

Был кистә балерина үҙенең яратҡан партияларының береһендә – Альберто Алонсоның «Кармен-сюита»һындағы Кармен образында сәхнәгә сыға. Спектаклдә уның партнёрҙары булараҡ «Кремль балеты» театры премьеры Михаил Евгенов һәм Ҙур театр премьеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Александр Волчков сығыш яһай. Улар Хозе һәм Тореро партияларын башҡара.

Концерт программаһына шулай уҡ «Спартак», «Раймонда», «Ромео һәм Джульетта», «Сыңрау торна» балеттарынан өҙөктәр һәм заманса хореографик номерҙар ингән.

Солистар иҫәбендә - Башҡорт опера һәм балет театры йондоҙҙары Гүзәл Сөләймәнова, Валерия Исаева, Ирина Сапожникова, Софья Сәйетова, Лилиә Зәйнәғәбдинова, Рәзилә Мырҙаҡова, Әминә Халиҡова, Рөстәм Исхаҡов, Сергей Бикбулатов, Олег Шәйбәков һәм Айрат Мәсәғүтов. Кисәлә театрҙың балет труппаһы артистары һәм Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы тәрбиәләнеүселәре ҡатнаша.

Кисә ҙур залда киске сәғәт 6-ла башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb