Өфөлә балалар өсөн «Байыҡ» башҡорт бейеү конкурсының гала-концерты үтә

Өфөлә балалар өсөн «Байыҡ» башҡорт бейеү конкурсының гала-концерты үтә

21 июндә Өфөләге «Ватан» этно-паркында «Байыҡ» республика телевизион башҡорт балалар бейеү конкурсының гала-концерты үтә. Бәйгелә 3 йәштән  алып 15 йәшкәсә башҡарыусылар ҡатнаша.

 Гала-концертта  «Байык»тың төрлө йылдарҙағы еңеүселәре, Татарстандың, Ҡырғыҙстандың, Осетияның, Чечен Республикаһының, Әстерхандың, Мәскәүҙең иң яҡшы коллективтары сығыш яһаясаҡ.

Бәйгенең маҡсаты – башҡорт халыҡ бейеүен пропагандалау һәм һаҡлап ҡалыу, балалар араһында хореография сәнғәте ҡаҙаныштарын популярлаштырыу һәм таратыу.

Фестивалде ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Өфө хакимиәте, «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb