Өфөлә «Арғымаҡ»тың юбилей концерты үтте

Өфөлә «Арғымаҡ»тың юбилей концерты үтте

Өфөлә «Арғымаҡ» этно-рок төркөмөнөң юбилей концерты үтте. Ижади коллектив ун йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, тамашасыларға байрам бүләк итте.

«Сәғәт ярым эсендә ике тиҫтәгә яҡын йыр яңғыраны, халыҡ «Беҙ бергә», «Любезники любизар», «Ҡорот» һәм башҡа дәртле композицияларға бейеп тә алды.

Музыканттар өсөн быйылғы йыл уңышлы була: Башҡорт халыҡ мәҙәни мираҫын тергеҙгән һәм таратҡан өсөн уларға Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы тапшырыла. Талантлы яҡташтарыбыҙ Ҡырымда үткән «Таврида-арт» фестиваленән дә еңеү менән ҡайтҡайны һәм төркөмө солисына Ринат Рамаҙановҡа Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме бирелә.

Әйткәндәй, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙғарылған концерттың интернет аша трансляцияһы ла ойошторолдо. Сара барышын меңдәрсә кеше күҙәтте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb