Өфөлә Айгиз Баймөхәмәтов ижад кисәһен уҙғара

Өфөлә Айгиз Баймөхәмәтов ижад кисәһен уҙғара

Өфөлә йәш яҙыусы, «Ҡалдырма, әсәй!» китабы авторы Айгиз Баймөхәмәтовтың ижад кисәһе ойошторола.

Сара 29 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында уҙа. Өфөгә Татарстан, Сыуашстан, Ҡаҙағстан ҡунаҡтары килә. Сәхнәлә башҡорт эстрадаһының популяр артистарының сығыш яһауы көтөлә.

Айгиз Баймөхәмәтов — Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты,  Шолохов исемендәге халыҡ-ара миҙалға эйә. Уның «Ҡалдырма, әсәй!» повесы — иң күп тиражлы заманса башҡорт китабы. Бер нисә телгә тәржемәләнде. М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында һәм Х.Намсараев исемендәге Бүрәт драма театрында ошо повесть буйынса спектаклдәр бара. Йәш авторҙың икенсе китабы —  «Әкиәтһеҙ бала саҡ» хикәйәләр йыйынтығы, өсөнсөһө «Урам балалары» тип атала.

Программала «Урам балалары» тигән яңы китаптың исем туйын уҙғарыу ҡаралған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb