Өфөлә 48-се Бөтә донъя фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының халыҡ-ара советы конгресы бара

Өфөлә 48-се Бөтә донъя фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының халыҡ-ара советы конгресы бара

Әлеге ваҡытта Өфөлә 48-се Бөтә донъя фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының халыҡ-ара советы конгресы бара. 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк VI Бөтә донъя фольклориада алдынан уҙғарылған осрашыу 25 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Сит ил белгестәре күләмле мәҙәни фестивалдәр ойоштороу тәжрибәһе менән уртаҡлаша, ҡануниәткә бәйле мәсьәләләрҙе ҡарай.

Сара сиктәрендә Евразия Халыҡ-ара Гуманитар форумын да уҙғарыу ҡаралған. Мәҙәниәт һәм халыҡ ижадына бәйле һорауҙар күтәреләсәк. Йәштәрҙе фольклор әҫәрҙәрен йыйыу, өйрәнеүгә ылыҡтырыу ҙа - төп маҡсаттарҙың береһе

Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков әйтеүенсә, конгресс сиктәрендә Ҡырмыҫҡалы, Бөрйән райондары һәм Белоретта комиссия ағзалары менән буласаҡ концерт майҙансыҡтары ҡаралған.

Мәмерйә залында Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли симфоник оркестры ойошторған концерт сит ил вәкилдәрен хайран ҡалдыра.

Бөтә донъя фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының халыҡ-ара советы ағзалары төбәктә фольклорида уҙғарыуға инфраструктураны ла юғары баһаланы. Конгресс сиктәрендә улар Өфөнөң мәҙәни үҙәктәре, иҫтәлекле урындары менән дә танышты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb