Өфө ҡалаһының «Химиктар» мәҙәни ял үҙәгендә талантлы йырсы Марсель Ҡотоевтың концерты үтте

Өфө ҡалаһының «Химиктар»  мәҙәни ял үҙәгендә талантлы йырсы Марсель Ҡотоевтың концерты үтте

 Өфөлә «Химиктар» ҡала мәҙәни ял үҙәгендә күп тамашасыларҙың һорауы буйынса талантлы йырсы Марсель Ҡотоевтың концерты үтте. Был юлы ла уның «Төштәге йыр»ы  уңышлы менән тамамланды. Яратҡан кумирын берсә  тулҡынланып, берсә түҙемһеҙләнеп көткән тамашасы Марселдең һәр сығышын алҡыштарға күмде. Залдан «Афарин! Маладис!» тигән һүҙҙәр яңғыраны. Республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы моң эйәһенең концертын тамашасы йылы, ихлас ҡабул итте. 

   Сценарий авторы Динара Кәйүмова, Марселдең концертын тап уның хыялдары аша яҙа. Кескәй сағында уҡ сәхнә ене ҡағылған Баймаҡ районы Буранбай ауылы егете, әле лә хыялдар илендә йәшәй. Һәм ошо хыялдарын сәхнәләш дуҫтары, тамашаның режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова менән берлектә уйынлы рәүештә бойомға ашыра.  

   Юморға ҡоролған тамаша һәр кеше күңелендә йылы матур хистәр ҡалдырҙы. Һәр ҡатнашҡан артист бер-береһен тулылыандырып, мажаралы тамашаның ысын геройҙарына әйләнде. «Карауан» эстрада төркөмө егеттәре Рөстәм Шаһыбалов, Тимур Рамаҙанов, Салауат Мөхәмәтйәров, Илнур Һибәтуллин, һандуғастарыбыҙ - Римма Амангилдина һәм Лилиә Ишемйәрова, бер кискә йырсыларҙан тән һаҡсылары – телохронителдәргә әйләнгән Артур Шәрипов менән Дамир Тайыпов, сценарий буйынса Марселдың киләсәге өсөн көйөп-янып йөрөүсе «кәләше» Эльмира Юлдашева, филармониябыҙҙың бейеүсе ҡыҙҙары үҙҙәренең актерлыҡ һәләттәрен күрһәтте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb