Өфө дәүләт сәнғәт академияһы атамаһын үҙгәртте

Өфө дәүләт сәнғәт академияһы атамаһын үҙгәртте

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы атамаһын үҙгәртте, хәҙер ул ошо уҡ исемдәге сәнғәт институты тип йөрөтөләсәк. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығында ошо турала бойороҡҡа ҡул ҡуйылған. Уҡыу йортонан аңлатыуҙарынса, исемде алмаштырыу ВУЗ-дың дәрәжәһен кәметмәй. Мәғариф тураһындағы законда Юғары уҡыу йорттары төрҙәре тигән төшөнсә күрһәтелмәгән, йәғни 2013 йылдың 1 сентябренән алып "академия", "университет" һәм "институт" араһында айырма юҡ. Башҡротостандың төп ижади уҡыу йорто 2003 йылдан алып академия тип йөрөтөлдө. Уны Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт институты тип үҙгәртеү тураһында ҡарар уҙған йылда ВУЗ хеҙмәткәрҙәре йыйылышында ҡабул ителде.

"Юлдаш" радиоһы сайтынан

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb