Өфө анимация фильмы Ҡаҙағстанда еңеү яуланы

Өфө анимация фильмы Ҡаҙағстанда еңеү яуланы

Ҡаҙағстандың Нурсолтан ҡалаһында үткән AMEN Animation film festival Халыҡ-ара анимация фильмдары фестивалендә Ә.Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы режиссеры Рим Шәрәфетдинов “Иң яҡшы режиссер эше” призын яуланы. Был бүләк уға “Рәссам ҡағиҙәләре” исемле фильмы өсөн тапшырылды.

Рим Шәрәфетиднов – режиссер, сценарист, ҡуйыусы рәссам, аниматор. РФ кинематографистар союзы ағзаһы, РФ почетлы кинематографисты, БР атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, “Икар” милли анимация премияһы лауреаты.

Уның фильмдары күптән инде тамашасылар һөйөүен яулап алған, күп төрлө фестивалдәрҙә билдәләнеп үткән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb