Әминә Шафиҡова «Теләктәр шыршыһы» акцияһында ҡатнашты

Әминә Шафиҡова «Теләктәр шыршыһы» акцияһында ҡатнашты

БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Теләктәр шыршыһы» акцияһы сиктәрендә ике баланың яңы йыл теләктәрен тормошҡа ашырҙы.

Благовещенск ҡалаһынан 4 йәшлек Артем бүләккә  - музыкаль уйынсыҡ, ә Өфө ҡалаһынан 7 йәшлек Мария ҙур уйынсыҡ һораған.

Министр уларға Яңы йыл байрамы алдынан килеп, хыялдарын тормошҡа ашырырға ярҙам итте. Байрам кәйефен арттырып, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа балаларға килде, бергәләп йырлап-бейеп күңел астылар.

«Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһының маҡсаты – етем, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың һәм һаулығына хәүеф янаған өлкән йәштәгеләрҙең яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыу. Ғаризалар 16 ноябрҙән 15 декабргә тиклем ҡабул ителгән. Башҡортостандан акцияның сайтына 500 -ҙән ашыу ғариза килгән. Уларҙы 28 февралгә хәтлем бойомға ашырылырға тейеш.

Әминә Шафиҡова «Теләктәр шыршыһы» акцияһында ҡатнашты

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb