Әлфиә Авзалова исемендәге йыр бәйгеһе иғлан ителде

Әлфиә Авзалова исемендәге йыр бәйгеһе иғлан ителде

«Татар-информ» хәбәр итеүенсә, 20-22 октябрҙә Ҡазанда Әлфиә Авзалова исемендәге Беренсе Халыҡ-ара фестиваль-конкурсы үтә.  Фестивалдең девизы – «Музыка — донъя халыҡтары теле», тип атала.

Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтында «Вокал», «Хореография» һәм «Нәфис һүҙ» номинациялары буйынса һайлап алыу турҙары уҙа. Бөгөнгө көнгә конкурста ҡатнашыуға бөтә донъя ҡатнашыусыларынан 240-ҡа яҡын ғариза килгән. Ғаризалар 10 октябргә тиклем ҡабул ителә.

22 октябрҙә «Пирамида» концерт-күңел асыу комплексында гала-концерт үтә. Гала-концертта  конкурстың сит ил һәм Рәсәй лауреаттары һәм ҡунаҡтар сығыш яһай.

Фестиваль идеяһын Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңлеханов, күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре Роза Рымбаева, Полад Бюль Бюль Оглы, Ренат Ибраһимов, Альбина Шәһиморатова күтәреп алды. Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы Венера Ғәниева жюри рәйесе булып сығыш яһай.

Әлфиә Авзалова (1933-2017) – тормошо һәм ижады Башҡортостан менән тығыҙ бәйле булған легендар йырсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Татарстандың халыҡ артисы. Уның йырҙары күп быуын тыңлаусылар ярата һәм улар баһалап бөтөргөһөҙ бик ҡиммәтле вокал башҡарыу сәнғәте байлығы булып тора.

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb