“Әкиәт китабы” спектакле тамашасы хөкөмөнә тапшырылды

“Әкиәт китабы” спектакле тамашасы хөкөмөнә тапшырылды

Донъяла әкиәтһеҙ халыҡ булмағандай, әкиәт ишетмәй үҫкән кеше лә юҡ. Әкиәттәрҙә халыҡтың үткән замандарҙағы тормош-көнкүреш үҙенсәлектәре, көрәше, матур киләсәккә ынтылыштары, ҡанатлы хыялдары сағылған.

 Сибай концерт-театр берекмәһендә “Сулпан” балалар театры әҙерләгән “Әкиәт китабы” спектакле тамашасы хөкөмөнә тапшырылды.

Башҡорт, татар, ҡытай, рус әкиәттәренә таянып ҡуйылған спектакль, артистарҙың йәнле уйыны бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Заманса технологиялар менән биҙәлгән, матур костюмдар, иҫ киткес сағыу декорациялар, үҙенсәлекле музыка һәм бейеүҙәр барыһы ла бер бөтөн булып күренеп, бик йылы ҡабул ителде.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” - "Театр - балаларға" проекты сиктәрендә әҙерләнгән спектакль өҫтөндә Өфө ҡалаһынан саҡырылған ижади төркөм эшләне: авторы— Динара Ҡәйүмова, ҡуйыусы режиссеры— Фирғәт Ғарипов, композиторы— Вәсил Ғафаров, хореографы — Александр Родионов, рәссамы— Рөстәм Баймөхәмәтовтар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb