Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Гөлфиә Юнысованың күркәм юбилейы үтте

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Гөлфиә Юнысованың күркәм  юбилейы үтте

Осрашыуға әҙибәнең яҡындары, ҡәләмдәштәре, ижадын һөйөүселәр  йыйылғайны. Сара Башҡортостанда Ғаилә йылына арналған "Ғаилә йолалары сәғәте" циклы сиктәрендә уҙғарылды.

Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы шиғырына яҙылған йырҙы кисәлә һәр кем тын ҡалып тыңланы. Йәнле аралашыу формаһында барған кисәлә юбилярға ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны. Әхмәтзәки-Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәрҙәре авторҙың гәзит-журналдарҙағы баҫмаларын бер урынға туплаған "Библиография" китабын бүләк итте. Гөлфиә Юнысова тамашасылар иғтибарына үҙенең әле генә ижад иткән шиғри шәлкемдәрен тәҡдим итте.

Гөлфиә Юнысованың 70 йәшлек юбилейы 26 ноябрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында бай программа менән уҙғарыласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb