Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана Республика көнөнә арналған “Минең тыуған илем – Башҡортостан” һүрәттәр конкурсы һәм викторина иғлан итте. Ул 1-9 октябрҙә онлайн-форматта үтә.
Һүрәттәр конкурсында 6-17 йәштәге һәм викторинала 12-17 йәштәге балалар ҡатнаша ала.
Конкурстың ҡағиҙәләре менән китапхананың сайтында танышырға мөмкин.