Китап туйы район хакимиәтендә үтте. Тантанала энциклопедия өсөн материал йыйған йәмәғәтселек вәкилдәре бүләкләнде. Әбйәлилдең тарихын һәм хәҙерге хәлен тасуирлаған фундаменталь баҫма райондың 85 йыллығына арнап сығарылды. Урындағы эшсе төркөм материалдарҙы туплағандан һуң, ул “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексында баҫтырылды.