Күптән түгел Әбйәлил районы Асҡар сәнғәт мәктәбенең «Йондоҙ» һәм 1-се Асҡар мәктәбенең «Алтынай» өлгөлө балалар бейеү ансамблдәренең йыйылма төркөмө (етәксеһе Л. Д. Йәнекәйева) Төркиәнең Измит ҡалаһында үткән Халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашып, республикабыҙ данын яҡлап ҡайтты. Бай тарихлы был сарала Башҡортостан тәүге тапҡыр ҡатнашты.
Быйыл фестиваль донъяның 40-тан ашыу иленән йәш таланттарҙы бергә йыйған. Төрөктәр йәшенән алып ҡартынаса фестиваль дауамында ҡунаҡтарҙы үҙ илдәренең тарихы, мәҙәниәте, йәшәйеше менән таныштырған.
Тотош донъя буйлап һибелгән халыҡтарҙың үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттә булыуын, милли-мәҙәни кимәлдә ғилем арттырыуын, ерҙә татыулыҡ нурҙарын һибеү ниәтен алған был фестиваль бейеүсе балалар хәтерендә мәңгегә һаҡланыр.