Ә һеҙ яҡташыбыҙҙың Адольф Гитлерҙың шәхси дошманы булғанын белә инегеҙме?

Ә һеҙ яҡташыбыҙҙың Адольф Гитлерҙың шәхси дошманы булғанын белә инегеҙме?

Бөйөк Ватан һуғышының легендар батыры, Чехословакияның юғары ордендары кавалеры, 16 ҡаланың почетлы гражданы, Гитлерҙың шәхси дошманы һәм «Ҡара генерал» – былар барыһы ла Башҡортостан Республикаһында тыуып үҫкән Даян Баян улы Мурзин хаҡында. Даян Мурзин һәм уның бригадаһы иҫәбендә юҡ ителгән 19 танк, ике йөҙҙән ашыу автомобиль, 20-гә яҡын тимер юл күпере, әсир төшкән 250 фашист, шул иҫәптән немец армияһы генерал-майоры Генрих Мюллер. Башҡортостанда герой тураһында иҫтәлек нисек мәңгеләштерелгән? • Өфөлә «Нур» театры эргәһендәге скверҙа бронза һәйкәл ҡуйылған
• Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы залында (222-се зал) Даян Мурзиндың шәхси әйберҙәре ҡуйылған
• Кушнаренко тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейының төп фондында геройҙың шәхси әйберҙәре, фотоһүрәттәр, гәзиттәрҙән һәм «Ветеран» журналынан алынған материалдар һаҡлана
• 2020 йылда Кушнаренко күп профилле һөнәри белем биреү колледжына Даян Мурзин исеме бирелде. Колледжда бюст, мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, геройға арналған планшет күргәҙмәһе бар
• Республика Хәрби Дан музейы экспозицияһы Даян Мурзин тураһында фото һәм мәғлүмәт тәҡдим итә
• Баҡалы районының Баҡалы ауылындағы урам герой исеме менән аталған
• башҡорт ирекмәндәренең бер батальонына Даян Мурзин исеме бирелде Даян Мурзин бөтәһе 80-дән ашыу орден һәм миҙал менән бүләкләнгән, әммә ул еңеүҙе һәм үҙе кисергән сағыу, мауыҡтырғыс ваҡиғаларға бай тормошон төп бүләк тип иҫәпләгән. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb