«Һылыуҡай» гүзәллек бәйгеһе быйыл 24-се тапҡыр үткәрелә

«Һылыуҡай» гүзәллек бәйгеһе быйыл 24-се тапҡыр үткәрелә

Башҡортостанда быйыл 24-се тапҡыр «Һылыуҡай» гүзәллек конкурсы ойошторола. Бәйгенең финалы 19 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа. «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Һылыуҡай»ҙың рәсми төркөмөндә ҡатнашыусылар өсөн асыҡ тауыш биреү бара, уның һөҙөмтәләре буйынса ҡыҙҙарҙың береһе тамашасылар һөйөүе призына лайыҡ буласаҡ.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, конкурста сағыу декорациялар, костюмдар буласаҡ һәм яңы музыкаль композициялар яңғыраясаҡ. Ҡыҙҙар йыр-бейеүгә маһирлығын күрһәтәсәк, уй-хыялдары менән бүлешәсәк һәм башҡорт дизайнерҙарының яңы коллекцияһын тәҡдим итәсәк.
«Был конкурс — гүзәллек һәм ижад байрамы. Һис шикһеҙ, ул мөһим социаль әһәмиәткә эйә, сәләмәт йәшәү рәүешен, ғаилә ҡиммәттәрен һәм әсәлекте пропагандалай», — тине сараны ойоштороусыларҙың береһе Айгөл Үтәгәнова.
«Һылыуҡай» республика конкурсы — Рәсәйҙә иң оҙайлы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе дауам итеүсе берҙән-бер милли проект. Ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм «Туған тел» телеканалы.
Күптән түгел Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында ла ошондай уҡ бәйге ойошторола башланы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb