Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы “Мөмкинлектәр сикле – һәләттәр сикһеҙ” күргәҙмәһен тәҡдим итә

Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы “Мөмкинлектәр сикле – һәләттәр сикһеҙ” күргәҙмәһен тәҡдим итә

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы абонементы “Мөмкинлектәр сикле – һәләттәр сикһеҙ” күргәҙмәһен тәҡдим итә. Күргәҙмәлә, махсус китапхана студияһында, төрлө йылдарҙа яҙҙырылған китап уҡыусыларҙың тауыштары буласаҡ.
Күптәре республикабыҙҙа ғына түгел, ә уның сиктәрендә лә танылыу алған.
Шуларҙың араһында, билдәле композитор, филантроп Салауат Низаметдиновтың “Тәүбәгә килеү” китабы.
Йыйынтыҡҡа ингән ижади эштәрҙең авторҙары – республикабыҙҙың төрлө ерҙәрендә йәшәгән һаулығы сикле кешеләр. Йыйынтыҡ, Урал Мостафин, Ольга Вилданова, Ольга Москвина, Константин Чернов, Светлана Чистякова кеүек 46 профессиональ һәм һәүәҫкәр әҙиптәрҙең прозаик һәм оэтик әҫәрҙәрен туплаған.
“Башҡортостандың күреү һәләтенән яҙған мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре” библиографик күрһәтмә Башҡортостан республикаһының талантлы мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә арналған.
Күргәҙмәлә китап уҡыусылар башҡарған йырҙар менән музыкаль дисктар тәҡдим ителә. Йыр башҡарыусылар: Ленара Бикмырҙина, Әлфиә Әхмәйева, Светлана Мусина.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb