Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында “Талантлыбыҙ бергәләп” ижади конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында “Талантлыбыҙ бергәләп” ижади конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк

Иртәгә, 13 ноябрҙә Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында инвалид балалар араһында үткәрелгән “Талантлыбыҙ бергәләп” Республика ижади конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк.

Конкурстың төп маҡсаты – һаулығы сикле балаларҙы китап мөхитенә яҡынлаштырыу, уҡыуға ихтыяж көсөн үҫтереү.

Конкурста өс номинация билдәләнәсәк:

-“Аҡыл баҫҡыстары” номинацияһы ғаиләлә яратып уҡылған китап тураһында инша, эссе, хикәйә (шиғыр йәки проза формаһында) тәҡдим итте;

-“Бар ғаиләбеҙ менән уҡыйбыҙ” номинацияһына мультимедиялы продукт - буктрейлерҙар (ниндәйҙер китап тураһында һөйләгән, ҙур булмаған видеороликтар), презентациялар әҙерләү ҡаралды;

-“Ғаилә һандығы” номинацияһында ғаилә менән уҡыу өсөн, ҡулдан башҡарылған тактиль китаптар эшләү бирелде.

Конкурста республикабыҙҙың 39 ҡала һәм райондарынан килгән 7 йәштән алып 18 йәшкә тиклемге тормошҡа яраҡлығы сикле 97 бала ҡатнашты.

Тантана 12.00 сәғәттә башлана.

Сара Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса уҙғарыла. Транспорт туҡталышы: “Витамин заводы”.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb