“Үҙебеҙҙекеләр” спектакле йәнә сәхнәлә

“Үҙебеҙҙекеләр” спектакле йәнә сәхнәлә

Кисә, 14 майҙа, Өфө дәүләт сәнғәт институтында “Үҙебеҙҙекеләр” спектакле йәнә сәхнәләштерелде. "Вербатим" жанрының үҙенсәлеге шунда: актерҙар ысын кешеләрҙең тормошонда булған хәл-ваҡиғаларҙы төп сығанаҡҡа мөмкин тиклем оҡшаш итеп күрһәтә, һөйләү ғәҙәттәрен һәм тотошон, тышҡы ҡиәфәтен ҡабатлай.
Төп ролдәрҙә - инәйҙәр. Фольклор йыйыусы, милли мираҫты һаҡлаусы ағинәйҙәр; ейән-ейәнсәрҙәре тарафынан онотолған өләсәйҙәр... Ғүмере буйына тәүге мөхәббәте тураһында хәтирәләр һаҡлаусы, изге йөрәкле, эскерһеҙ инәйҙәр, ҡартайырға теләмәгән йәш күңелле ҡатындар.
Ролдәрҙе башҡарыусылар - Рима Харисова уҡыусылары, Өфө дәүләт сәнғәт институтының 4-се курс студенткалары Гөлсәсәк, Сәлимә, Әдилә, Анастасия һәм Гөлли. Режиссер-педагог - Рима Харисова. Егерме йәшлек ҡыҙҙар үҙҙәренең буласаҡ героинялары менән күҙгә-күҙ былтыргы йәй осраша.
Август айында Башҡортостан Республикаһының драматургия һәм режиссура үҙәге менән берлектә Башҡортостан райондары буйлап "Замандаш" театраль-фольклор экспедицияһына сыға улар. Был экспедиция Башҡортостан Республикаһы башлығы грантына лайыҡ була һәм иң мөһим ижади проекттары рәтенә инә. Драматургтар һәм студенттар Бөрйән, Әбйәлил һәм Баймаҡ районы ҡатын-ҡыҙҙары менән осраша, әңгәмәләшә. Төп маҡсат итеп ҡатын-ҡыҙҙарҙың ысын уйҙарын, борсолоуҙарын, өҙгөлөнөүҙәрен белеүҙе, ихлас һөйләшеүҙе ҡуя.
Шулай итеп, "Өләсәйҙәр" спектакле ошо һөйләшеүҙәрҙең емеше. Уның нигеҙендә - оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың ысын тормошо, кисерештәре.
Әлбиттә, әңгәмәлә ҡатнашыусыларҙың араһында оло йәштәге ҡатындар ҙә, йәш ҡыҙҙар ҙа була. Ләкин инәйҙәр һәйләгән ваҡиғалар актерҙарҙы, драматургтарҙы иң юғары кимәлдә тетрәндерә, уйландыра, хисләндерә.
Бөгөнгө көн театрының бурысы - бөгөнгө тормоштоң ысынбарлығын сағылдырыу, тигән фекерҙә ойоштороусылар. Ябай кәүҙәләндереү ярҙамы менән, нәфис һәм әҙәби сараларһыҙ, ысын текст аша беҙ тормошто нисек бар, шулай күрә алабыҙ. Ошо эффект тамашасы күңеленә көслө тәъҫир итә - әле һин көләһең, бер секундтан илайһың. Тап тормоштағы һымаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb