Ҡытайҙа Рәмил Килмәмәтовтың «Башҡортостан – Рәсәй ынйыһы» фотокүргәҙмәһе асылды

Ҡытайҙа Рәмил Килмәмәтовтың «Башҡортостан – Рәсәй ынйыһы» фотокүргәҙмәһе асылды

Ҡытайҙың Цзянси провинцияһында мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты сиктәрендә БР халыҡ рәссамы Рәмил Килмәмәтовтың «Башҡортостан – Рәсәй ынйыһы» фотокүргәҙмәһе асылды.

Экспозицияға 50 эш тәҡдим ителгән һәм улар республиканың традицион һәм заманса мәҙәниәте тураһында һөйләй.

Күргәҙмәне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов асты.

Сәфәрҙең маҡсаты – хеҙмәттәшлекте нығытыу, Цзянси провинцияһының ҙур инвестиция проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙағы эшен һәм инвесторҙар, индустриаль парктар менән системалы эш ойоштороу тәжрибәһен өйрәнеү, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Белешмә.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә йыл һайын тапшырыла. Улар музыка, театр, педагогия, хореография, һәм һынлы сәнғәт, кинематография, архитектура һәм дизайн, музей һәм китапхана эше, художество кәсептәре, халыҡ ижады өлкәләрендә мәҙәни ҡиммәттәрҙе булдырыу, һаҡлап ҡалыу, арттырыу, таратыу һәм үҙләштереү, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының мәҙәни потенциалын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса ижади проекттарға ярҙам итеү өсөн ойошторолған.  

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb