Ҡырғыҙстандың Рәсәйҙәге илсеһе Мостай Кәрим һәйкәленә сәскәләр һалды

Ҡырғыҙстандың Рәсәйҙәге илсеһе Мостай Кәрим һәйкәленә сәскәләр һалды

Бөгөн Ҡырғыҙстандың Рәсәйҙәге илсеһе Аликбек Джекшенкулов Өфөгә рәсми сәфәр менән килде. Дипломат башҡорт шағиры Мостай Кәримдең һәйкәле янында булды һәм уға сәскәләр һалды. 

«Мостай Кәрим кеүек беҙҙең совет яҙыусылары әйткән ҡиммәттәр әлеге ваҡыттағы кеүек дөйөм кешелек ҡиммәттәре, шул иҫәптән рух етешмәгән мәлдә айырыуса ныҡ кәрәк. Ҡырғыҙстанда Мостай Кәримде бөйөк шағир һәм Сыңғыҙ Айытматовтың ҙур дуҫы тип ҡабул итәләр» , — тине Аликбек Джекшенкулов. 

Церемония аҙағында илсе ҡырғыҙ сәйәсмәндәре һәм мәҙәниәт, сәнғәт әһелдәре быйыл көҙгөһөн Мостай Кәримдең тыуыуына йөҙ йыл тулыуға арналған байрам сараһында ҡатнашасаҡ тип белдерҙе.

Сығанаҡ: Посол Киргизии в России возложил цветы к памятнику Мустаю Кариму

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb