Ҡырымда Башҡортостан булышлығында төҙөкләндерелгән Мәҙәниәт йорто асылды

Ҡырымда Башҡортостан булышлығында төҙөкләндерелгән Мәҙәниәт йорто асылды

Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайтынан хәбәр итеүҙәренсә, 12 сентябрҙә Ҡырым Республикаһының Белогорск ҡалаһында капиталь ремонттан һуң район Мәҙәниәт йортон асыу тантанаһы үтте.

Ҡырым Республикаһы Башлығы Сергей Аксёнов Мәҙәниәт йортон асыу райондың муниципаль власы һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе булыуын билдәләне.

– Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа, шулай уҡ Белогорск районы хакимиәте башлығы Галина Переловичҡа ҙур рәхмәт. Бөгөн ошо залда Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла бар. Башҡарылған эш өсөн рәхмәтемде белдерәм. Мәҙәниәт йортон асыу ҡала һәм район халҡына яңы мөмкинлектәр бүләк итер тигән ышаныстамын, – тине Ҡырым Башлығы.

– Белогорск районы үҫешә, яңы объекттар барлыҡҡа килә. Күп йылдар хәл ителмәгән мәсьәләләр сиселә. Беҙ дөрөҫ йүнәлештә эш алып барабыҙ, - тине Ҡырым Республикаһының Дәүләт Советы Рәйесе Владимир Константинов.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb