Ҡырмыҫҡалы районы шағир Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына 80 йыл тулыуҙы билдәләй

Ҡырмыҫҡалы районы шағир Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына 80 йыл тулыуҙы билдәләй

Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 14 июлдә, Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауыл биләмәһендә урам байрамы үтә. Ул күренекле башҡорт шағиры, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың тыуған төйәгендә – Абдулла ауылында был көндәрҙә шағирҙың тыуыуына 80 йыл тулыуҙы билдәләү сиктәрендә уҙғарыла. Байрам иртәнге сәғәт 10-да башлана.

Байрамда Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаевтың; республиканың халыҡ шағиры, республиканың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаевтың; Башҡорт дәүләт университеты профессоры, драматург, яҙыусы, публицист, Ҡырмыҫҡалы районының почетлы гражданы Тимерғәле Килмөхәмәтовтың; Татарстандың халыҡ шағиры, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәр Роберт Миңнуллиндың; Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, Ҡырмыҫҡалы районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, райондың почетлы гражданы Фәнил Ҡоҙаҡаевтың ҡатнашыуы көтөлә, шулай уҡ Ирек Кинйәбулатовтың тол ҡалған ҡатыны, улы һәм апаһы була.

Абруйлы ҡунаҡтар шағирҙың ҡәберенә барырға, сәскә һалырға күҙаллай. Урындағы Мәҙәниәт йортонда байрамдың тантаналы өлөшө үтә, концерт программаһы ҡаралған.

Ойоштороусылар Иҫке Бәпес, Абдулла ауылдарынан сыҡҡан һәм барлыҡ теләк белдергән яҡташтарын байрамға саҡыра.

Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың Диңгеҙ йыйылышының абруйлы ағзаһы Ирек Кинйәбулатовтың арабыҙҙан китеүенә ике йыл үтте, ул 2016 йылдың 2 июнендә яҡты донъянан китеп барҙы. Шағир тыуған төйәгендә, Ҡырмыҫҡалы районының Абдулла ауылында ерләргә васыят әйтеп ҡалдырҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb