Ҡурған өлкәһендә иң сибәр башҡорт ҡыҙын һайланылар

Ҡурған өлкәһендә иң сибәр башҡорт ҡыҙын һайланылар

Ҡурған өлкәһендә «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары конкурсының һайлап алыу туры үтте. Сафакүлдәге кастингта Ҡурған өлкәһенең төрлө райондарынан башҡорт ҡыҙҙары ҡатнашты.

Конкурста Сафакүл ауылынан Регина Яҡупова еңеп сыҡты. Беренсе урынды —  Субботино ауылынан Диана Ишкилдина, икенсе урынды Сафакүлдән Юлиә Камалова алды, өсөнсөлә иһә Юлиә Кинйәбулатова (Сафакүл ауылы).  

Конкурстың финалына сыҡҡан ҡыҙҙар өсөн хореография, вокал, актер оҫталығы, подиум хореографияһы, визаж буйынса белгестәр менән дәрестәр ойошторола, костюм һайлауҙа ярҙам күрһәтелә.  

Финал 3 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була, унда иң сибәр һәм һәләтле ҡыҙҙар төп башҡорт һылыуҡайы исеме өсөн көрәшә. Еңеүсегә төп бүләк – автомобиль.

Ҡурған өлкәһендә иң сибәр башҡорт ҡыҙын һайланылар
Ҡурған өлкәһендә иң сибәр башҡорт ҡыҙын һайланылар

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb