Ҡурған өлкәһендә Башҡортостан Башлығы грантына Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә

Ҡурған өлкәһендә Башҡортостан Башлығы грантына Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә

Ҡурған өлкәһендә Башҡортостан Башлығы грантына Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә.

Ошоноң менән бәйле Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты белгестәре, журналистар, ғалимдар Ҡурғанға юлға сыҡты.  «Кисә Сафакүл ауылы мәктәбендә педагогтар мәғариф проекттары менән таныштырҙы. Башҡорт теле уҡытыусылары өсөн мәғариф майҙансыҡтары эшләне. Ата-әсәләр, балалар башҡорт телен өйрәнеү буйынса мобиль ҡушымталар, республикала эшләгән инновация мәктәптәре менән танышты. Балалар өсөн квест уйыны үткәрҙеләр», –  тинеләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы  хеҙмәткәрҙәре.

Ә бөгөн төп саралар Тәңрекүл ауылынан башлана. Унда башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре Шәриф Манатов һәм Ғәлимйән Таған иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb