Ҡазанда Өфөнөң "Нур" татар дәүләт драма театры гастролдәре тамамланды

Ҡазанда Өфөнөң "Нур" татар дәүләт драма театры гастролдәре тамамланды

Ҡазанда Өфөнөң "Нур" татар дәүләт драма театры гастролдәре тамамланды. Башҡортостан артистары Ғәлиәскәр Камал исемендәге театр сәхнәһендә 9 ғинуарҙан 13-нә тиклем сығыш яһаны. Бөтә донъя татарҙары конгресының Башҡарма комитеты рәйесе, Татарстан Республикаһының Дәүләт советы депутаты Ринат Закиров Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Сәүиә Сираеваны, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илдар Вәлиевте, халыҡ артисы Рәсимә Ғәйфуллинаны “Татар халҡы алдындағы оло ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән бүләкләне.  “Нур” театры актерҙары – Башҡортостандың атҡаҙан артистары Лиана Хәйертдинова, Миңнинур Сәйетова- Ғиззәтуллина һәм Айрат Фәтиховҡа Татарстан Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды.  Бынан тыш, Бөтә донъя татарҙары конгресы бар театрға иҫтәлекле бүләк эшләгән – самауыр бүләк иткән.

Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт театры труппаһының Өфөлә яуап гастролдәре 14-20 февралдә уҙасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb