Ҡазанда Марсель Сәлимовтың ижад кисәһе үтте

Ҡазанда Марсель Сәлимовтың ижад кисәһе үтте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәьәр итеүенсә, күптән түгел Татарстандың баш ҡалаһында Ҡазанда башҡорт яҙыусыһы-сатирик, шағир һәм журналист Марсель Сәлимовтың ижад кисәһе үтте. Журналистар йортона уның ижадын үҙ итеүселәр, дуҫтары һәм коллегалары – татар яҙыусылары һәм шағирҙар, республика баҫмалары мөхәррирҙәре һәм журналистары килде.

Кисәлә сығыш яһаусы Рәсәй Дәүләт премияһы лауреаты, Татарстандың халыҡ шағиры Ренат Харис, Рәсәйҙең Михаил Ломоносов исемендәге премияһы лауреаты, яҙыусы һәм публицист Шәһинур Мостафин, «Чаян» сатира журналы баш мөхәррире Рафаэль Хәлилуллов, «Ватаным Татарстан» һәм «Казанские ведомости» гәзиттәре баш мөхәррирҙәре Миңнәзим Сәфәров һәм Венера Яҡупова Марсель Сәлимовтың ижади һәм ижтимағи әүҙемлеген юғары баһаланы, дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытыуға индергән ҙур өлөш өсөн рәхмәт әйтте.

Шат күңелле ҡунаҡ матбуғат ветерандары, йәш коллегалар менән дә ихлас һөйләшеү алып барҙы, Башҡортостандың әҙәби һәм мәҙәни тормошонда булған яңылыҡтар тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе, шиғырҙар һәм юморескалар уҡыны. Кисәлә ҡатнашыусыларға фотогалерея күрһәтелде, ҡыҙыҡлы фотолар һәм уҙған йылдарҙағы документтар тәҡдим ителде. Кисә аҙағында рәхмәтле ҡазандар бүләккә күренекле башҡорт сатиригының ҡул тамғаһы ҡуйылған яңы китаптар алды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb