«Ҡалдырма, әсәй!» тиҙҙән театр сәхнәһендә

«Ҡалдырма, әсәй!» тиҙҙән театр сәхнәһендә

Йәш журналист Айгиз Баймөхәмәтовтың шул исемле повесы һуңғы йылдар әҙәбиәтендә, айырыуса йәштәр ижадында, һаҙағай утындай ялтлап һиҫкәндереп, ғәм уятып, зиһендәрҙе яҡтыртып ебәргән сағыу бер күренеш булды. Бөгөнгө йәш үҫмерҙәр, улай ғына ла түгел, яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған балалар тормошо темаһына күләмле әҫәрҙәр әлеге көндә бик һирәк. Был әҫәрҙең Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булыуы ла юҡҡа түгел.
Тиҙҙән Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Ҡалдырма, әсәй! » буйынса спектаклдең донъя күрәсәген дә әйтһәк, исеменә есеме тура килгән Айгиздың ысын мәғәнәһендә бәхетле йондоҙ аҫтында тыуғанына күптәр ышаныр, моғайын.
Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb