"Ҡалдырма, әсәй!" китабы презентацияһы Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында үтәсәк

"Ҡалдырма, әсәй!" китабы презентацияһы Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында үтәсәк

Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!" китабының республика буйлап исем туйы күп төбәктәрҙә үтте. 20 апрелдә Мәскәү, 22-һендә Санкт Петербург ҡалаларында йәш яҙыусы менән осрашыуҙар көтөлә.
Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» китабы Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә башҡорт телендә, һәм Өфөнөң «Инеш» нәшриәтендә (рус теленә Гөлфирә Ғәскәрованың тәржемәһе) баҫылып сыҡты. Бөтә тираждың ай эсендә таралыуы сәбәпле баҫманы ҡабат сығарҙылар.

Автобиографик повестың төп геройы – үкһеҙ етем ҡалған Ильяс. Ата-әсәләрен юғалтыу уның өсөн яңы һынауға әйләнә — ул «ҡатмарлы» балалар араһына барып эләгә. Уға иң мөһим булған мөхәббәт, яҡындарының мәрхәмәте етмәй. Уның урынына герой балалар йорто хеҙмәткәрҙәре лә, шулай уҡ тәрбиәләнеүселәре яғынан да рәхимһеҙлек менән осраша. Шул уҡ ваҡытта әҫәр оптимизм менән һуғарылған: Ильяс үҙ миҫалында дөрөҫ маҡсат ҡуйғанда күп нәмәгә өлгәшеп булыуын дәлилләй. Повесть ҙур ижтимағи сағылыш тапты.
2013 йылда китап «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы башҡорт китабы» VIII республика конкурсы еңеүселәре иҫәбендә була.
Танылған әҙиптәр – Ноғман Мусин, Ҡәҙим Аралбай, Рафаэль Аҙнағолов, Суфиян Поварисов, Хәсән Назар, Таңсулпан Ғарипова, Гүзәл Ситдиҡова, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов әҫәргә юғары баһа бирҙеләр.

Яҙыусы һәм журналист Айгиз Баймөхәмәтов Белорет районының Абҙаҡ ауылында ишле ғаиләлә тыуған. Иртә етем ҡалып, Сермән балалар йортонда тәрбиәләнә. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай. Санкт-Петербург дәүләт политехник университетында махсус курс үтә. БР һәм РФ Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы. Силәбе өлкәһендә Башҡортостан әҙәбиәте көндәрендә, Төрки донъяһы ҡоролтайында (Трабзон ҡалаһы, Төркиә) делегат була. «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегендә эшләй. 2015 йылда Айгиз ошо әҫәре өсөн Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһына лайыҡ булды .

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb